“ОРЕНБУРГСКИЕ ГУБЕРНСКИЕ ВЕДОМОСТИ” (“Ырымбур губерна хәбәрҙәре"), ижт.‑сәйәси гәзит. Ырымбур губ. идаралығы органы. 1838—65 йй. Өфөлә, 1867—1917 йй. Ырымбур ҡ. аҙна һайын урыҫ телендә сыға. 2 өлөштән тора: рәсми (закон сығарыу акттары, үҙәк һәм урындағы власть органдары ҡарарҙары, бойороҡтары һ.б.) һәм рәсми булмаған (тыуған яҡты өйрәнеү б‑са материалдар, яңылыҡтар, прогноздар, иғландар һ.б.)

Әҙәб.: С а ф о н о в Д.А. Периодика Оренбургского края. Оренбург, 2004. Вып. 1.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика