“ОРЕНБУРГСКИЕ ЕПАРХИАЛЬНЫЕ ВЕДОМОСТИ” (“Ырымбур Епархияһы хәбәрҙәре"), дини журнал. Ырымбур епархияһының баҫма органы. Инициаторы – Ырымбур дини консисторияһы секретары И.И.Евфимовский‑Мировицкий. 1873—1917 йй. Ырым‑ бур ҡ. айына 2 тапҡыр (1907 й. алып аҙнаһына 1) сыға. Рәсми һәм рәсми булмаған бүлектәрҙән тора. Рәсми өлөшөндә – епископтарҙың бойороҡтары, Изге Синод указдары, күсереү һәм наградалар т‑да мәғлүмәт, епархия руханиҙары съездарының ултырыш прото‑ колы һәм журналдары, дини уҡыу йорттарының отчёттары һ.б.; рәсми булмаған өлөшөндә өгөт‑нәсихәттәр, православие миссионерлығы, раскол, сектантлыҡ мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр, Көньяҡ Урал сиркәү һәм монастырҙары тарихтары, этнографик яҙмалар, сиркәү статистикаһы һ.б. нәшер ителә. Журналда В.Н.Витевский, Р.Г.Игнатьев һ.б. мәҡәләләре баҫыла. Ырымбур дини семинарияһы ректорҙары протоиерей Ф.А. Дмитровский, архимандрит Варлаам, Н.М.Чернавский, уҡытыусылар С.С.Никольский, А.И. Архангельский һ.б. төрлө ваҡытта мөхәррире була.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика