АРҒАЯШ, Ярғайыш, Ергәйеш, ауыл, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны үҙәге; т. юл станцияһы. Силәбе ҡ. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Арғаяш күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1273 кеше; 1959 — 7373 (башҡорттар 9%); 1970 — 8683 (16%); 1979 — 9660 (18%); 1989 — 10462 (22%); 2002 — 10170 (26%); 2010 — 10061. Мед. училищеһы, ПУ, 2 урта мәктәп (береһендә башҡорт теле уҡытыла), милли көрәш бүлеге булған спорт мәктәбе, ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү алып барылған сәнғәт мәктәбе, мәҙәниәт һарайы, Арғаяш башҡорт халыҡ театры бар. “Силәбе өлкәһе Арғаяш районы башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһы (ҡара: Башҡорттарҙың йәмәғәт ойошмалары) эшләй. Р.Н.Абдуллина, М.У.Сәғитов ошо ауылда тыуған, мәктәптәрендә Ғ.И.Баймырҙин, З.Ә.Ихсанов, Ҡ.Р.Тимерғәзин уҡыған, Ғ.Сәләм эшләгән.

Ауылға 1896 й. Силәбе өйәҙендә Көнбайыш Себер (хәҙ. Көньяҡ Урал) т. юлының Силәбе—Екатеринбург линияһын төҙөгән ваҡытта нигеҙ һалына. 1916 й. 121 йортта 542 кеше йәшәгән. 3 һабын ҡайнатыу з‑ды, тирмән, земство мәктәбе һәм земство дауалау йорто, 17 сауҙа кибете теркәлгән. 1919 й. тиклем А. Силәбе өйәҙенең Арғаяш улусы, 1930 й. тиклем БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны, 1934 й. тиклем Арғаяш районы үҙәге.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.