ОМОНИМДАР (гр. homoјs — бер төрлө һәм oЈnyma — исем), әйтелеше б‑са тап килгән, әммә мәғәнәһе б‑са бер‑береһенә бәйләнмәгән һүҙ йәки һүҙ өлөштәре. Телдең тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә телдә һүҙҙәрҙең фонетик яҡтан үҙгәреүе, ш. уҡ үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең, һүҙьяһалыштарҙың һәм һүҙҙәрҙең үҙгәреү процестары, полисемияның тарҡалыуы һәм башҡалар О. барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Тулы һәм тулы булмаған О. айырып йөрөтәләр. Бөтә грамматик формаларҙа ла оҡшаш һүҙҙәр тулы лексик О. булып тора, мәҫ., “ай” (луна) — “ай” (месяц), “бур” (мел) — “бур” (вор), “еҫ” (запах) – “еҫ” (угар) һ.б. Тулы булмағандарға: 1) лексик-грамматик О. (омоформалар) – тик айырым грамматик формаларҙа ғына тап килгән һүҙҙәр (ғәҙәттә, төрлө һүҙ төркөмдәренән була), мәҫ., “беҙ” (шило) – “беҙ” (мы), “ҡала” (город) – “ҡала” (остаётся), “көҙгө” (зеркало) – “көҙгө” (осенний) һ.б.; 2) грамматик О. – тик грамматик мәғәнәләре м‑н генә айырылған һүҙҙәр йәки аффикстар, мәҫ., төп һәм төшөм килештәрҙә: “китап өҫтәлдә ята” – “китап уҡыйым” һ.б.; 3) омофондар – бер төрлө ишетелгән, әммә төрлөсә яҙылған һүҙҙәр, мәҫ., “бөрө” (почка) – “Бөрө” (ҡала исеме), “бал” (мёд) – “балл” (балл), “тубал” (лукошко) – “туп ал” (возьми мяч) һ.б. ҡарай. О. художестволы, башлыса шиғри (рифма, каламбур һ.б. төҙөү өсөн) әҫәрҙәрҙә стилистик сара итеп ҡулланыла. М.Х.Әхтәмовтың “Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге” (1966; яҡынса 780 оя, урыҫ теленә тәржемәһе бирелгән лексик һәм лексик‑грамматик О. үҙ эсенә ала), “Омонимдар һүҙлеге” (1986; яҡынса 300 оя) һәм “Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге” (2006; яҡынса 900 оя, О. аңлатмаһы һәм илл. материалдар бирелгән) китаптарында башҡорт теленең О. тупланған.

Әҙәб.: Ә х т ә м о в М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография. Өфө, 2002.

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика