ОҠШАТЫУ ҺҮҘҘӘРЕ, кеше тауышына, хайуан һәм ҡош‑ҡорт сығарған өн‑ауаздарға, әйбер, предмет, тәбиғәт күренештәренән хасил булған тауыштарға оҡшатыуҙы белдергән һүҙ төркөмө. О.һ. экспрессив була, йышыраҡ һөйләү телмәрендә ҡулланыла, нәфис әҙәбиәт телендә киң урын ала. Хәҙ. башҡорт телендә семантикаһы б‑са бер нисә төркөмсәгә бүленә: 1) тере йән эйәләренең тауыштарын һәм хәрәкәтен; йәнһеҙ предметтар һәм тәбиғәт күренештәрен һ.б. сағылдырған өн оҡшаш һүҙҙәр, мәҫ.: “быш‑быш”, “ҡарр”, “ҡыштыр‑ҡыштыр”, “сылтыр‑сылтыр”, “тып”, “хи‑хи”; 2) яҡтылыҡ күренештәрен, тере йән эйәләренең һәм предметтарҙың тышҡы һәм эске үҙенсәлеген сағылдырған һын оҡшаш һүҙҙәр: “дер‑дер”, “йым‑йым”, “сылт‑сылт”, “тырт‑мырт”, “ялт‑йолт”. Структураһы б‑са О.һ. 3 төркөмгә айырыла: 1) бер һүҙҙән торған, мәҫ.: “шап”, “кикрикүк”; 2) ике һүҙҙән торған: “ғыж‑ғыж”, “туҡ‑туҡ”; 3) парлы: “дөбөр‑шатыр”, “ыңғыр‑шыңғыр”. Морфологик яҡтан О.һ. үҙгәрмәй, яңы һүҙҙәр яһау өсөн нигеҙ була ала, мәҫ., “баҡыр‑”, “ғауға”, “сатлама”, “шарлауыҡ”; ярҙамсы ҡылымдар (“келт‑келт кил‑”, “мырт ит‑”) һәм исемдәр м‑н (“шағыр‑шоғор трамвай”, “кетер‑кетер күмәс” һ.б.) бәйләнешкә инә. Төрлө һөйләм киҫәктәре булып киләләр (ҡара: Синтаксис).

Әҙәб.: И ш м у х а м е т о в З.К. Подражательные слова в башкирском языке //Башкирская лексика: темат. сб. Уфа, 1966.

Г.А.Иҫәнғолова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика