• Печать

“ОГНИ ВОСТОКА” (“Көнсығыш уттары”), рәсемле әҙәби‑нәфис, ғилми һәм сатирик журнал. “Красная Башкирия” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”; ҡара: “Республика Башкортостан”) гәз. баҫмаһы. 1925 й. сент. алып “О.В.”, 1926 й. февр.—июнендә Өфөлә урыҫ телендә “Башкирский крокодил” (“Башҡорт крокодилы”) исеме аҫтында сыға. Барлығы 9 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә художестволы әҫәрҙәр, көнүҙәк темаларға фельетондар, ғилми характерҙағы мәҡәләләр һ.б. баҫыла. Мөхәррире — Д.А.Лебедев.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов