ОБОЛЕНЦЕВ Роман Дмитриевич (1.11.1906, Харьков губ. Алексеевка а. — 27.10.1968, Киев), нефтехимик. Химия ф. д‑ры (1951), проф. (1953). РСФСР‑ҙың (1964), БАССР‑ҙың (1957) атҡ. фән эшмәкәре. ЛДУ‑ны тамамлаған (1936). 1935 й. алып “Хим‑ газ” ғилми‑тикшеренеү эксперименталь з‑дында (Ленинград ҡ.), 1941 й. — Һарытау ун‑тында (1944 й. алып нефтте һәм газды химик юл м‑н эшкәртеү каф. мөдире) эшләй. 1951 й. алып Өфөлә СССР ФА БФ‑та: химия һәм технология секторы мөдире, 1953 й. алып Химия бүлеге мөдире, 1961 й. — Органик химия ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 1956—63 йй. президиум рәйесе. 1968 й. Украина ССР‑ы ФА‑ның Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы ин‑тының фән б‑са дир. урынбаҫары. Тәбиғи көкөрторганик берләшмәләр химияһына нигеҙ һалыусы. О. тарафынан Урал-Волга буйындағы һәм Көнбайыш Себерҙәге көкөртлө һәм юғары көкөртлө нефттәрҙе эшкәртеүҙең теоретик нигеҙҙәре эшләнә. О. етәкс. нефттең көкөртлө берләшмәләренең компоненттарын моделләштергән, таҙалығы юғары дәрәжәлә булған 200‑ҙән ашыу айырым берләшмә синтезлана. Ул илдә тәүгеләрҙән булып Урал‑Волга буйы, Себер, Төньяҡ, Урта Азия ятҡылыҡтарындағы нефть компоненттары классификацияһын тәҡдим итә. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1960 й. алып СССР МС‑ының фән һәм техника б‑са дәүләт ком‑ты эргәһендәге “Көкөрттөң органик берләшмәләренең химияһы һәм технологияһы” проблемалары б‑са фәнни совет рәйесе. СССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Физические константы углеводородов жидких топлив и масел. М.; Л., 1953; Гидрогенолиз сераорганических соединений нефти. М., 1961 (авторҙ.); Сера‑ органические соединения нефтей Урало‑Поволжья и Сибири. М., 1973 (авторҙ.).

Н.К.Ляпина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика