НУХОВ Салауат Йәүҙәт улы (20.4. 1953, Верхнеурал ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) 1‑се Верхнеурал урта мәктәбендә эшләй, 1976 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДПУ‑ла (1989—94 йй., 1997—2004 йй. һәм 2007 й. башлап инглиз теле каф. мөдире), 2014 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге хәҙ. инглиз телендә һүҙьяһалыш; контрастив лингвистика (инглиз теле лексикаһын һәм фразеологияһын башҡорт теле, татар теле, немец теле, урыҫ теле, француз теле м‑н сағыштырып өйрәнеү) мәсьәләләренә, ш. уҡ теге йәки был телдә һөйләшеүсе кеше мәсьәләләренә арнала. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Языковая игра в английском словообразовании: имя существительное. Уфа, 1997; Языковая игра в английском словообразовании: имя прилагательное. Уфа, 2014.

Тәрж. М.Х.Хужин 

Яндекс.Метрика