НӨГӨШ, Урал батыр” эпосы персонажы, Урал батырҙың икенсе улы. Н. бала сағынан уҡ көслө һәм батыр булып үҫә. Дейеүҙәр һөжүм итеп илдәрен һыуға батырғас, 6 йәшлек батыр, кәмә яһап, халыҡты ҡотҡарып ҡала; йыландарҙы еңеп, Зәрҡумды үлтерә. Н. әсәһе Гөлөстандың изге фатихаһын ала, толпарға атланып, Ҡәһҡәһә һәм Шүлгән м‑н алышҡан атаһына ярҙам итәм тип, юлға сыға. Ҡустыһы Иҙелгә эйәреп, Н. кешеләрҙе һыу м‑н тәьмин итер өсөн ҡылыс м‑н тауҙы яра; хасил булған йылғаны халыҡ Н. (ҡара: Нөгөш) тип атай. 

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; М и р б а д а л е в а А.С. Башкирский народный эпос //Башкирский народный эпос. М., 1977.  

З.Ғ.Әминев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика