НОСТРАТИК ТЕЛДӘР, б о р е а л ь т е л д ә р, алтай телдәрен, афразия, дравид телдәрен, һинд-европа телдәрен, картвель һәм урал телдәрен берләштергән гипотетик телдәр макроғаиләһе. Н.т. көнсығыш‑ностратик (алтай, дравид, урал) һәм көнбайыш‑ностратик (афразия, һинд-европа, картвель) телдәренә бүлеп йөрөтөлә. Н.т. т‑да гипотезаны 1903 й. Дания тел белгесе Х.Педерсен тәҡдим итә, 20 б. 60‑сы йй. В.М.Иллич-Свитыч тәүге тапҡыр праностратик телдәрҙең реконструкцияһын эшләй. Н.т. мәсьәләләре Т.М.Ғарипов, Ж.Ғ.Кейекбаев, Ш.В.Нафиҡов, А.Ғ.Шәйхулов һ.б. хеҙмәттәрендә сағыла (ҡара: Сағыштырма‑тарихи тел ғилеме). Н.т. генетик туғанлығы күрһәтелгән телдәрҙең тәү телдәренең сағыштырма-тарихи анализы ярҙамында асыҡлана, һөҙөмтәлә морфемаларҙың (тамыр, аффиксаль), һорау, зат һәм күрһәтеү алмаштары системаһында һ.б. оҡшашлыҡтар табыла. Праностратик телдәр фонетикаһында һүҙҙең башында һуҙынҡы өндәр һәм һүҙҙең уртаһында тартынҡы өндәр ҡулланылмаған; морфологик төҙөлөшө — агглютинатив (ҡара: Агглютинация), билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһының булыуы, бәйләүестәр ҡулланыу, зат категорияһының булмауы м‑н характерлана; синтаксик төҙөлөштә изафет ҡулланылған, ябай һөйләмдәр тотороҡло һүҙҙәр тәртибенән торған (субъект—объект—предикат), ҡушма һөйләмдәрҙә теркәүесһеҙ бәйләнеш өҫтөнлөк иткән.

Н.т. б‑са тикшеренеү һөҙөмтәләре башҡорт теленә ҡәрҙәш булған архаик элементтарҙы асыҡларға ярҙам итә, мәҫ., тамыр морфемалар: ностратик “*hal-” (яҡтыртыу) — башҡортса “ай”, “*mal” — “бал”, “*para” — “бармаҡ”, “*?arba-” — “арба-”, “*hoti” — “ут”, “*mi” — “мин”, “*Herä” (ата) — “иркәк” һ.б.; аффикстар: ностратик *dа (локатив киҫәксә) — башҡортса -да (урын-ваҡыт килеше аффиксы), *-ҡ. а (исемдәрҙең кесерәйтеү суффиксы) — - ҡай, *Ḳ^ (йүнәлеш биргән киҫәксә) — - ға (төбәү килеш аффиксы) һ.б. Н.т. өйрәнеү һәм гипотезаны иҫбатлау һаман дауам итә; күп кенә мәсьәләләр бәхәсле булып ҡала.

Әҙәб.: Д о л г о п о л ь с к и й А.Б. Гипотеза древнейшего родства языков Северной Евразии. М., 1964; И л л и ч - С в и т ы ч В.М. Опыт сравнения ностратических языков. Изд. 2‑е. М., 2003; Н а ф и к о в Ш.В. Бореальные элементы в башкирском языке. Уфа, 2003. 

Ш.В.Нафиҡов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика