“НОВЫЙ БЕЛОКАТАЙ” (“Яңы Балаҡатай”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Балаҡатай р‑нының Яңы Балаҡатай а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм башҡ. (“Яңы Балаҡатай”) телдәрендә сыға. 1931 й. сент. алып урыҫ телендә “Знамя колхозника” (“Колхозсы байрағы”), 1961 й. – “Заря коммунизма” (“Коммунизм таңы”), 1963 й. башлап “Коммунист” исеме аҫтында урыҫ һәм башҡ. телдәрендә нәшер ителә, 1965 й. – “Новая жизнь” һәм “Яңы тормош”, 2006 й. хәҙ. исемен ала. 

А.К.Сафиканов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика