“НОВОКРЕЩЕНСКАЯ КОНТОРА”, Урыҫ православие сиркәүенең Урал һәм Волга буйы урыҫ булмаған халыҡтарын христианлаштырыу маҡсатында ойошторолған миссионерлыҡ ойошмаһы. 1731 й. Свияга Богородица монастыры эргәһендә Яңы суҡындырылғандар комиссияһы булараҡ ойошторола, 1740 й. алып “Н.к.”. Башҡортостанда “Н.к.” бүлексәһе Нуғайбәк ҡәлғәһендә урынлаша. Батша хөкүмәте православие динен ҡабул иткәндәргә матди ярҙам күрһәтә. Христианлыҡ ҡабул иткәндәрҙең һалымдары үҙенең традицион динен тотоуҙы дауам иткәндәргә һалына. Руханиҙарҙы әҙерләү өсөн яңы суҡындырылғандар мәктәптәре асыла (ҡара: Миссионер мәктәптәре). Башҡорт ихтилалдары (1735—40) ваҡытында императрица Анна Иоанновнаның 1737 й. 16 нояб. манифесы м‑н “баш күтәргән башҡорттарҙы, уларҙың ҡатындарын һәм балаларын төрлө чиндағы урыҫ кешеләренә, артабан уларҙы суҡындырыу шарты менән, һатып алырға һәм һатырға” рөхсәт ителә. 1738—42 йй. Рәсәйҙең үҙәк төбәктәренә 10 меңгә яҡын башҡорт оҙатыла һәм суҡындырыла. 1742—53 йй., Өфө вице‑губернаторы П.Д.Аксаков тәҡдиме м‑н, аслыҡтан интеккән башҡорттар ҡатындарын һәм балаларын, уларҙы артабан суҡындырыу шарты м‑н икмәккә алмаша. Күпләп суҡындырыу ваҡытында көс ҡулланыу, башҡорт ихтилалы (1755—56), ш. уҡ христианлаштырыуҙы үткәргән чиновниктар тарафынан дәүләт ҡаҙнаһындағы аҡсаны үҙләштереү миссионерлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатыуға һәм 1764 й. “Н.к.” ябыуға сәбәпсе була. Етәкселәре: архимандрит Сильвестр, епископтар Л.Конашевич, Д.Сеченов.

Әҙәб.: И с л а е в Ф.Г. Православные миссионеры в Поволжье. Казань, 1999.  

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика