“НОВАЯ ЭКОНОМИЧЕСКАЯ ГАЗЕТА” (“Яңы иҡтисади гәзит”), ЯСЙ. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 1999 й. окт. алып Өфөлә нәшер ителә (аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә, 2008 й. тиражы 12 мең дананан ашыу була), 2012 й. башлап интернетта сыға. Гәзит биттәрендә иҡт., эшҡыуарлыҡ, идара итеү мәсьәләләре яҡтыртыла. Рубрикалары: “Баҙар фарватеры”, “Эшҡыуарлыҡ”, “Һалымдар”, “Милек”, “Инвестициялар”, “Инновациялар”, “Һеҙҙең хоҡуҡ” һ.б. Ҡушымталары: “Предприниматель Башкортостана” (“Башҡортостан эшҡыуары”; 2005 й. алып), “Брокер”, “Арбитр”, “Финансы Башкортостана” (“Башҡортостан финанстары”; бөтәһе лә — 2006 й. алып), “НЭГ‑Инвестор” (2007 й. алып), “Денежка” (“Аҡса”; 2008 й. алып). 2012 й. авг. алып “Новый экономический гид” ж. (“Яңы иҡтисади гид”; айына 1 тапҡыр урыҫ телендә) нәшер итә, ул инновацион проекттар һәм маҡсатлы программаларҙы бойомға ашырыуға, респ. соц.‑иҡт. үҫешен анализлауға арналған. Тиражы — 5000 дана (2015). Рубрикалары: “Шәхси финанстар”, “Шәхес”, “Яңылыҡтар”, “Беренсе кеше исеменән”, “Төбәк”.  

Э.Х.Князева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика