НИЧКОВ Андрей Александрович (6.12.1961, Первоуральск ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1996). Урал дәүләт ун‑тын (Свердловск ҡ., 1984) тамамлаған. 1993 й. башлап “Известия Башкортостана” гәз. хәбәрсеһе, 1994 й. – бүлек мөдире, 1999—2010 йй. “Молодёжная газета” гәз. бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап “Республика Башкортостан” гәз. үҙ хәбәрсеһе. Замандың көнүҙәк (экология, әхлаҡ, соц. һ.б.) темаларына арналған мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2008). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика