НИФОНТ (донъяуи исеме Сапожков Александр Андреевич; 3.8.1882 – 7.10.1951, Житомир ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Башҡортостан епискобы (1948—50). Дини тәғлимәт канд. (1906). Монахлыҡ ҡабул иткән (1946). Киев дини акад. тамамлаған (1906). 1912—42 йй. Украина мәктәптәрендә уҡытыусы, 1946 й. алып Киев епархияһының викар епискобы, 1950 й. — Житомир епискобы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында партия органдары талабы б‑са диндарҙарҙың Красноусол минераль һыу сығанаҡтарына йөрөүен сикләй, йөрөүсе священниктар ин‑тын бөтөрә һ.б.

Әҙәб.: Никон I мәҡ. ҡарағыҙ. Ю.Н.Сергеев Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика