Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NIKON_II.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NIKON_II.jpg'

НИКОН II (донъяуи исеме Васюков Николай Николаевич; 1.10.1950, Тамбов өлк. Марьевка а.), дин әһеле, епископ (1990 й. алып), архиепископ (2001 й. алып), Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты (2012 й. алып), Башҡортостан митрополияһы башлығы (2011 й. алып). Дини тәғлимәт канд. (1991). Архиепископ (2001), митрополит (2012). Монахлыҡ ҡабул иткән (1984). Красноярск мед. ин‑тын (1974), Ленинград дини акад. (1990) тамамлаған. 1983 й. алып Ульяновск епархияһында: священник, 1985 й. башлап Неопалимов сиркәүе настоятеле, благочинныйы, 1989 й. — секретары. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында 8 монастырь, Православие Изге Тихон гуманитар университетының Өфө дистанциялы уҡытыу үҙәген, Епархия китапханаһын, икона яҙыу оҫтаханаларын һ.б. аса. Н.II эшләгән осорҙа мәхәлләләр һаны арта, Өфө, Ишембай, Күмертау, Октябрьский һ.б. ҡалаларҙа ҡорамдар төҙөлә, “Уфимские епархиальные ведомости” гәз. яңынан нәшер ителә башлай, Епархия идаралығы эргәһендә хәйриәһәм соц. хеҙмәт, дини белем биреүһәм катехизация, мәҙәниәт, изгеләр рәтенә индереүһ.б. бүлектәр ойошторола. Урыҫ православие сиркәүенең Поместный (1988, 1990, 2009) һәм Архиерей соборҙарында ҡатнаша, Изге Афон тауына (2004), Иерусалимға (1993, 1996) ғибәҙәт ҡыла. Почёт (2011), Дуҫлыҡ (2000), 2‑се дәрәжә Мәскәү кенәзе изге Даниил (2005), 2‑се дәрәжә Преподобный Сергий Радонежский (2000), 2‑се дәрәжә Преподобный Серафим Саровский (2010), “Башҡортостан Республикаһында күрhәткән хеҙмәттәре өсөн” (2015) орд. м‑н бүләкләнгән.  

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика