НИКОЛЕНКО Ирина Владимировна (8.7. 1959, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1989 й. алып “Крылья Башкирии” (“Башҡортостан ҡанаттары”) гәз., 1991 й. һәм 1993 й. алып “Республика Башкортостан” гәз. (1999 й. башлап мәҙәниәт бүлеге мөдире), 1991—93 йй. — “Башкирия” (“Башҡортостан”; Өфө) гәз. хеҙм‑ре. Тажик‑афған сигендәге ҡораллы бәрелештәргә арналған “Тауҙа юғалғандар” (“Потерянные в горах”; 1992) материалдар циклы, Салауат Юлаевтың 250 йыллығына арналған “Башҡорттарым, мин үлмәнем” (“Я не умер, башкиры”), “Рух тартыуы” (“Притяжение духа”; икеһе лә — 2004) һ.б. очерктар серияһы, респ. мәҙәниәте һәм сәнғәте т‑да мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2004). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика