НИКАНОР (донъяуи исеме Бровкович Александр Иванович; 20.11.1826, Могилёв губ. Высокое а. – 27.12. 1890, Одесса ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1876—83). Дини тәғлимәт д‑ры (1869). Архиепископ (1886), архимандрит (1856). Монахлыҡ ҡабул иткән (1850). Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1851) шунда уҡ эшләй. 1856 й. алып Рига, Һарытау, Витебск ҡҡ. дини семинариялары ректоры, 1868 й. — Ҡазан дини акад. ректоры, 1871—76 йй. Дон епархияһының викар епискобы, 1883 й. башлап Херсон һәм Одесса епискобы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Бөрө ҡатын-ҡыҙҙар общинаһын Троицк монастырына үҙгәртә (1878), Минзәлә өйәҙендә бер нисә миссионер мәктәбе аса, “Уфимские епархиальные ведомости” гәз. нигеҙ һала (1879), архитектура ҡомартҡыларын һаҡлауҙы яҡлап сығыш яһай һ.б. Дини тәғлимәт б‑са хеҙмәттәр авторы.

Х е ҙ м.: Поучения Никанора, епископа Уфимского и Мензелинского. Уфа, 1883.

Әҙәб.: С е р г е е в Ю.Н., Х а з и е в а М.А. Никанор Бровкович — Уфимский епископ второй половины XIX в.: материалы к биографии //Политическая и социально‑экономическая история Южного Урала в XVI—XX вв. Уфа, 1996.  

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика