Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NIGMATULLIN_NURMUHAMET.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NIGMATULLIN_NURMUHAMET.jpg'

НИҒМӘТУЛЛИН Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы (8.12.1946, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сибай эшселәр ҡсб, хәҙ. Сибай ҡ.), дин әһеле, БР мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө (1992 й. алып). Әл‑Бохари ис. Ташкент Ислам ин‑тын (1979), “Ислам саҡырыуы” ин‑тында (Дәмәшҡ, 1982) квалификацияны күтәреү курсын тамамлаған. 1979 й. алып Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратында: яуаплы секретарь, 1983 й. башлап Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы. 1992 й. алып Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы рәйесе. 1994—96 йй. — Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Юғары координация үҙәге, 1996 й. башлап Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ағзаһы. Р.Фәхретдинов ис. мәҙрәсәне (ҡара: Рәсәй ислам университеты) ойоштороусыларҙың береһе. Рәсәй Мөфтөйҙәре советы орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

Х е ҙ м.: Дин ул — нәсихәт. Казан, 2012 (авторҙ.); Иман — күңел көҙгөһө: вәғәздәр, һорауҙарға яуаптар. Өфө, 2014.

Әҙәб.: Ү т ә б а й Ә.Ғ., Х и с а м о в Ғ.А. Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин мөфти. Өфө, 2014.  

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика