НӘСИБУЛЛИН Риф Шәхрислам улы (15.10.1936, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Сытырман а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). Удмурт Респ. атҡ. фән эшмәкәре (1996), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Бөрө пед.__ ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) “Тәтешле хәбәрләре” гәз. хеҙм‑ре, 1961 й. алып Яңауыл һәм Ҡалтасы р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта. 1968 й. башлап Ижевскиҙа: “Дась лу!” (“Әҙер бул!”) гәз. хеҙм‑ре; 1972 й. — Удмурт ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре; 1983 й. — Удмурт ун‑тында уҡыта, 1984 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. авг. алып төп ғилми хеҙм‑р, сент. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге удмурт теле материалында диалектология, лингв. геогр., лексикография, тарихи лексикологияға һ.б. арналған. Удмурт теленең диалекттарын һәм һөйләштәрен, ш. иҫ. БР‑ҙағыһын да, тикшерә һәм классификацияһын эшләй. “Европаның лингвистик атласы”н (“Лингвистический атлас Европы”; 1—4‑се сығарылыш, Ассен, 1983—1990; 5—6‑сы сығарылыш, Рим, 1997— 2003), “Удмурт теленең кире һүҙлеге”н (“Обратный словарь удмуртского языка”; 1992), “Пермь телдәренең сағыштырма һүҙлеге”н (“Сравнительный словарь пермских языков”; 2004), “Урыҫ‑удмурт система‑тематик һүҙлеге” н (“Системно‑тематический русско‑удмуртский словарь”; 2006), “Удмурт теленең диалектологик атласы” н (“Диалектологический атлас удмуртского языка”; 1—5‑се сығарылыш, 2009—2015), “Урыҫ‑удмурт‑татар һүҙлеге” н (“Русско‑удмуртско‑татарский словарь”; 2013) төҙөүселәрҙең береһе. “Удмурт телендә урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең тарихи-хронологик һүҙлеге” проекты етәксеһе. БР‑ҙа йәшәгән удмурттарҙың фольклор әҫәрҙәрен йыя. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Эллинизмы в удмуртском языке. Ижевск, 2006.  

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика