Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NADRSHINA_FANUZA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NADRSHINA_FANUZA.jpg'

НӘҘЕРШИНА Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (7.2.1936, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Мораҙым а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Мораҙым а.), фольклорсы. Филол. ф. д‑ры (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000). СДПИ‑ны тамамлаған (1959). 1954—59 йй. (өҙөклөк м‑н) Ауырғазы р‑нында эшләй: 1955—56 йй. ВЛКСМ‑дың район ком‑ты бүлеге мөдире, 1959 й. Мораҙым тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1962 й. алып ТТӘИ‑лә: 1973 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1999 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2005 й. — баш ғилми хеҙм‑р. 1960—89 йй. (1977 й. һәм 1988 й. алып етәксе) БР райондары, ш. уҡ Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Свердловск, Силәбе өлк. буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. фольклоры жанрҙары теорияһын, ш. иҫ. мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, риүәйәттәр, легендалар, хөрәфәти хикәйәләр, эпостар, әкиәттәр, йырҙарҙы, өйрәнеү һәм тикшереүгә бәйле. Байтаҡ башҡ. риүәйәттәрен һәм легендаларын, мәҡәлдәрҙе урыҫ теленә тәржемә итә. “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр- риүәйәттәре” (1997), “Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары” (2001), “Урал батыр: башҡорт халыҡ ҡобайыры” (2003), “Салауат башҡорт фольклорында” (2 томда, 2008), “Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре” (2010; бөтәһе лә — башҡ., урыҫ, инглиз телдәрендә) 3 телле баҫмаларҙың, “Урыҫса‑башҡортса эквивалентлы мәҡәлдәр һүҙлеге”нең (“Русско-башкирский словарь пословиц‑эквивалентов”; 2008) автор‑төҙөүсеһе; “Башҡорт халыҡ ижады” (башҡ. һәм урыҫ телдәрендә) йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе, инеш һүҙ һәм аңлатмалар авторы; “Башҡорт халҡының тарихы” (“История башкирского народа”; 7 томда, 2009—2012) китабы авторҙарының береһе. Н. тарафынан әҙерләнгән халыҡ ижады материалдары һәм мәҡәләләре төрөк телендә лә нәшер ителгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н ТВ‑нда “Йыр тарихы — халыҡ тарихы” (1984—90) тапшырыуы авторы һәм алып барыусыһы; К.М.Дияров т‑дағы “Күңелдәре тулы моң ине” (1986) киноочеркы сценарийы, “Рухи хазиналар эҙенән” (1992) документаль в/ф авторы. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1987). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

Х е ҙ м.: Халыҡ хәтере. Өфө, 2006; Халыҡ күңеленә сәйәхәт: башҡорт халыҡ ижадын йыйыу тарихынан. Өфө, 2010; Риүәйәт һәм легендаларҙа — халыҡ тарихы. Өфө, 2011.

Әҙәб.: Фануза Аитбаевна Надршина //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2006. Т.11. №1.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика