НЕХОРОШКОВА Тамара Павловна (25.5.1953, Златоуст ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2003). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй. 1982 й. алып БДУ‑ла, 1985 й. — ӨДНТУ‑ла (2004 й. башлап сит телдәр каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре когнитив лингвистика мәсьәләләренә: номинация теорияһына; инглиз теле, латин теле, урыҫ теле, француз теле материалында инҡар итеүҙе белдереү сараларына һәм билдәһеҙлектең менталь зонаһына; роман телдәренең тарихи синтаксисына һәм сағыштырма типологияһына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Семантика неопределённых местоимений. СПб., 2001. 

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика