“НЕФТЬ БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостан нефте”), гәзит. “Башнефть” АНК ААЙ (1995) тарафынан нәшер ителә. 1986 й. мартынан алып Өфөлә аҙна һайын урыҫ телендә “Нефтяник Башкирии” (“Башҡортостан нефтсеһе”) булып сыға, 1995—2009 йй. — “Н.Б.”. Тиражы — 2 мең дананан ашыу (2008). Гәзиттә респ. нефть сығарыу сәнәғәте үҫеше мәсьәләләре, “Башнефть” АНК‑ның эшмәкәрлеге яҡтыртыла. Рубрикалары: “Белгес сығышы”, “Производстволағы яңылыҡ”, “Компания кешеләре”, “Фекер”, “Етәксе һүҙе” һ.б. 2010 й. алып “Башҡорт нефте” (“Башкирская нефть”) исеме аҫтында нәшер ителә. Айына 2 тапҡыр 25 мең дана (2013) тираж м‑н сыға. Рубрикалары: “Компания яңылыҡтары”, “Тарих”, “Производство”, “Махсус репортаж”, “Юл — йәштәргә”, “Өйрәтеү”, “Спорт” һ.б. 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика