“НЕФТЕГАЗОВОЕ ДЕЛО” (“Нефть һәм газ эше”), электрон ғилми журнал. Ойоштороусыһы — ӨДНТУ. 2001 й. алып йылына 6 тапҡыр сыға. Мәҡәләләр урыҫ һәм инглиз телдәрендә баҫыла. Журналда нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм газ сәнәғәте өлкәләрендәге ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре һ.б. нәшер ителә. Рубрикалары: “Разведка. Геология һәм геофизика”, “Автоматизация һәм телемеханизация”, “Энергетика һәм ресурстарҙы һаҡлау”, “Идара итеү һәм финанстар”, “Белем биреү һәм кадрҙар әҙерләү”, “Төҙөлөш һәм архитектура”, “Экология һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге” һ.б. Рәсәйҙең Юғары аттестация комиссияһы тарафынан журнал “Фән канд. һәм докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәрҙең дисс. иң мөһим ғилми һөҙөмтәләре баҫылырға тейешле РФ‑та нәшер ителгән төп ғилми журналдар һәм баҫмалар исемлеге”нә индерелгән. 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика