НЕОЛОГИЗМДАР (нео... һәм гр. lo¼gos — һүҙ), билдәле бер осорҙа ниндәй ҙә булһа телдә барлыҡҡа килгән һүҙҙәр, һүҙҙәр бәйләнеше йәки уларҙың мәғәнәһе. Яңы предметтарҙың, төшөнсәләрҙең һәм уларҙың сифатына атама биреү кәрәклеге арҡаһында барлыҡҡа килә. Н. пассив лексика фондына ҡарай, әммә улар актив фондҡа ла инә ала йәки телмәрҙә ҡулланылыуҙан бөтөнләй төшөп ҡалырға мөмкин. Башҡорт телендә Н. яһалыуҙың түбәндәге ысулдары айырыла: 1) семантик деривация (һүҙҙе яңы мәғәнәлә ҡулланыу), мәҫ.: “йомғаҡ” (йөн йомғағы — һөҙөмтә), “шәкерт” (мәҙрәсә уҡыусыһы — фәндә эшмәкәрлекте дауам итеүсе), “өмә” (күмәк ярҙам — субботник) һ.б.; 2) һүҙьяһалыштың төп моделдәре, мәҫ., аффиксация: “башҡарма” башҡарма, “әйләнеш” әйләнеш, “сөгөлдөрсө” сөгөлдөрсө һ.б.; калькалаштырыу: “радиоалғыс” (радиоприёмник), “фотокүргәҙмә” (фотовыставка), “ҡайнар нөктә” (горячая точка) һ.б. 3) үҙләштерелгән һүҙҙәр (башлыса интернационализмдар), мәҫ.: “акционер”, “биржа”, “ксерокс” һ.б.; 4) окказионализмдар (билдәле бер контекста, башлыса художестволы әҫәрҙәрҙә яһалған һүҙҙәр), мәҫ.: “райһөт”, “райүгеҙ” һ.б. Н. барлыҡҡа килеү интенсивлығы һәм үҙенсәлеге билдәле бер тарихи шарттарға бәйле: мәҫ.: революция (1917) һәм Граждандар һуғышы йылдарында башҡ. телендә “мәркәз”, “йөмһүриәт”, “шура” һ.б. һүҙҙәр; коллективлаштырыу йылдарында — “колхоз”, “урта хәлле”, “синфи дошман” һ.б.; Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәм унан һуң — “яугир”, “ҡаҙаныш”, “политик бурыс” һ.б.; 60—70‑се йй. — “социалистик йөкләмә”, “биш йыллыҡ”, “өлкә комитеты” һ.б.; 80—90‑сы йй. — “үҙгәртеп ҡороу”, “билдәлелек”, “референдум” һ.б.; 90‑сы йй. — 2000 йй. башында “сәйәсмән”, “хосусилаштырыу”, “бөҙрәхана”, “эшҡыуар” һ.б. һүҙҙәр барлыҡҡа килә. Н. лексиканың, айырыуса терминологияның, тулыланыуына булышлыҡ итә; иң тәүҙә киң мәғлүмәт сараларында теркәлә. Хәҙ. лингвистикала Н. тикшереүҙә яңы йүнәлеш — неология үҫешә.

Әҙәб.: Ә х т ә м о в М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография. Өфө, 2002; И ш б е р д и н Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986. 

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика