АРБАУ, имләү, башҡ. йола фольклоры жанры, объектҡа тәьҫир итеүгә һәләтле һүҙ формулаһы. Исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Борон А. тылсымлы ғәмәлгә (ҡара: Магия, Йолалар) бәйле була, һуңыраҡ һүҙ формулаһы үҙе үк тылсымлы әһәмиәт ала. Шиғри, шиғри‑проза, проза формаларында йәшәй. А. шиғырҙары һамаҡ стилендә башҡарыла. Композицияһы: башы, төп өлөшө һәм йомғаҡлау һүҙе. А. иҫкә алынған ғәмәлдәр ысынбарлыҡта теләгән һөҙөмтә килтерергә тейеш. Маҡтау, ҡурҡытыу, үҙеңә ҡаратыу һ.б. ысулдар ҡулланыла. А. йыш осраҡта үтенес йәки бойороҡ м‑н аллаларға, атай‑олатайҙар рухтарына һәм әүлиәләргә, тәбиғи көстәргә, тәбиғәт объекттарына, тотем хайуандарына һ.б. мөрәжәғәт итеүҙе үҙ эсенә ала. Йөкмәткеһе б‑са дауалау (халыҡ медицинаһында ҡулланыла), хужалыҡ (ямғыр, ҡояш һ.б. саҡырыу, ш. уҡ игенселек, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ  һ.б. уңышҡа йүнәлтелгән А.), кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү (мөхәббәттә үҙеңә ҡаратыу һәм үҙеңдән биҙҙереү, мәрхәмәтлек һәм дан йәлеп итеү А.) А. бүленә. Башҡорттарҙа йыландарҙы А. ҙа киң таралған була. А. баҡсы, арбаусы һ.б. башҡарған. А. элементтары байтаҡ фольклор жанрҙарында (алғыш, ҡарғыш, һарнау һ.б.) бар. Күп кенә халыҡтарҙың фольклорында йәшәп килә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1-се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Султангареева Р.А. Жизнь человека в обряде (фольклорно‑этнографическое исследование башкирских семейных обрядов). Уфа, 2006.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке