НАФАНАИЛ (донъяуи исеме Троицкий Николай Захарович; 30.10.1864, Дон ғәскәре ере — 7.4.1933, Мәскәү өлк. Перхушково ст.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1908—12). Дини тәғлимәт канд. (1897). Митрополит (1924), архиепископ (1918), архимандрит (1897). Монахлыҡ ҡабул иткән (1896). Ҡазан дини акад. тамамлаған (1897). 1888—93 йй. Дон епархияһы сиркәүҙәрендә рухани, 1897 й. алып Олонец, 1902 й. — Тамбов дини семинариялары ректоры. 1909—24 йй., 1927 й. Мәскәү патриархияһы епархияларында викар епископ, епископ. 1927 й. ялға ебәрелә. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында миссионерлыҡ м‑н шөғөлләнә, Кама‑Берёзовка Богородица ир-егеттәр монастыры игумены Анастасийҙың мариҙарҙы христианлаштырыуын хуплай.

Х е ҙ м.: Второе миссионерское путешествие по епархии преосвященного Нафанаила, епископа Уфимского и Мензелинского (14.9—3.10. 1909). Уфа, 1909; Миссионерское путешествие по епархии преосвященного Нафанаила, епископа Уфимского и Мензелинского (24.6—9.7. 1909). Уфа, 1909. 

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика