НАУРУЗ (фарс.), башҡорттарҙың ҡояш календары б‑са яңы йылды ҡаршылауға бағышланған традицион байрамы. Байрамдың килеп сығышы зороастризмға бәйле, тип фараз ителә. 21 мартта, яҙғы көн м‑н төн тигеҙләшкәндә башланып, 3—7 көн дауам иткән (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, науруз айы бөткәнсе; ҡара: Халыҡ календары). Байрам башланғанға тиклем уны үткәреү урыны билдәләнгән, уйындар, бүләктәр һ.б. әҙерләнгән. Беренсе көндө иртә таңдан ба‑лалар, йәш-елкенсәк өйҙән өйгә йөрөп, “науруз теләге” әйткән: “Ағиҙел буйы гел тирәк /Япраҡтары һип-һирәк, /Тамаҡ ҡатҡан, май кәрәк — /Науруз мөбәрәге бар. /Науруз хаҡы бер алтын, /Ҡарама ялтан-йол‑ тан, /Ҡараһаң, бир ике алтын — /Науруз мөбәрәге бар”, уртаҡ оло табынға ризыҡ, ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотлау өсөн бүләктәр йыйған. Мәҙрәсә шәкерттәре үткән йылдың иҫтәлекле ваҡиғаларына арнап, үҙҙәре сығарған бәйеттәрҙе уҡыған; уларҙың иң яҡшылары ауыл шәжәрәһенә индерелгән. Оло кешеләрҙең өйөнә барып уларҙың фатихаһын алыу мотлаҡ булған. Н. көнөндә бойҙайҙан ашамлыҡтар бешерелгән, ул етеш йәшәү, муллыҡ билдәһе һаналған: “Науруз йылға баш булыр, /Бойҙай ашҡа баш булыр, /Бойҙай уңһа — аш булыр, /Уңмаһа — аш таш булыр!” Байрам өсөн махсус рәүештә бойҙай йәки арпа шыттырғандар, уларҙың ҡыяғын ғаилә ағзаларына һәм ҡунаҡтарға ауыҙ иттергәндәр. Көрәш, бәйге, ҡыҙ ҡыуыу, йырсылар, ҡурайсылар ярышы кеүек халыҡ уйындары үткәрелгән. Һалам‑ дан ҡарасҡы эшләп, уны суҡтар м‑н биҙәгәндәр, һуңынан теләктәр теләп, яндырғандар. Ҙур итеп усаҡ яҡҡандар һәм уның аша ырғығандар — утта таҙартыу көсө бар, тип инанғандар. Байрам барышында Наурузбикә һайлағандар, ул киләһе йәйҙең нисек килерен юраған. Байрам ваҡытында бөтәһе лә йомартлыҡ һәм миһырбанлыҡ күрһәтергә, ярлыларға хәйер-саҙаҡа бирергә тейеш булған. Ошо осорҙа ғаилә ҡороу уңайлы һаналған. Н. үткәреү тәбиғәт көстәрен ризалатыу өсөн кәрәк тип иҫәпләгәндәр (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар). Н. байрамы бигерәк тә көнсығыш һәм көнбайыш башҡорттарында (ҡара: Этнографик төркөмдәр) киң таралған була. БР‑ҙа 1990 йй. алып Н. үткәреү традициялары тергеҙелә. Күп кенә төрки һәм иран телле халыҡтарҙа булған.

Әҙәб.: Нардуған мәҡ. ҡарағыҙ. Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика