НАСИРОВ Рәүеф Хәй улы (11.11. 1935, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡужай а. — 6.6.2014, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), журналист, яҙыусы. Журналистар союзы ағзаһы (1970), Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1970). 1960—62 йй. “Серп и Молот” (“Ураҡ менән Сүкеш”; ҡара: “Учалинская газета”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1965 й. алып мөхәррир урынбаҫары, 1967—82 йй. мөхәррире, 1962—63 йй. “Урал” гәз. хеҙм‑ре, 1982 й. башлап “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире, 1991 й. — баш мөхәррир урынбаҫары, 1996—2000 йй. “Ватандаш” ж., 2001—02 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре. “Уҙамандарҙы эҙләйем” китабы (1997) башҡ. халҡының күренекле вәкилдәре Аҡмулла, З.Х.Рәсүлев, Ш.Ә. Манатов, Х.Ғ.Ғәбитов һ.б., “Ҡылыс ҡында килешә” (2000) — Ә.Б. Ҡарамышев, М.Л.Мортазин, М.М. Шайморатов һ.б. тормошона арналған. А.М.Матросовтың биографияһын өйрәнеү “Ҡайҙан һин, Матросов?” (1992; урыҫса тәржемәһе “Откуда ты родом, Матросов?”, 1994), “А.Матросов: хәҡиҡәт эҙләү” (“А.Матросов: поиск истины”; 2007) китаптарында; “Мине Матросов фамилияһы менән эҙләгеҙ” (“Ищите меня под фамилией Матросов”; 2001; реж. Ә.Ә.Нурмөхәмәтов, “Башҡортостан” ДТРК) документаль т/ф сағылыш таба. Урал аръяғында сәнәғәт үҫешенә арналған “Бурыс” (1992), “Мәғдән һәм кешеләр” (“Руда и люди”; 2004), Учалы р‑нының 75 йыллығына арналған “Тыуған яҡ” (“Отчий край”; 2005) китаптары авторы. Ш.Хоҙайбирҙин (1990), М.Мортазин (1993) ис. премиялар лауреаты. Учалы ҡ. Н. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2016).

Х е ҙ м.: Матурлыҡ ҡотҡарыр. Өфө, 2002; Ете һыу башы. Өфө, 2005; Шейх Зайнулла Расулев. Өфө, 2008.

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика