МУШКИНА Светлана Леонидовна (18.8.1950, Өфө), тележурналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1974 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) “Башҡортостан” ДТРК ФДУП‑ы хеҙм‑ре: 1995 й. алып “Яңы” студияның ижад һәм программалар төҙөү б‑са дир. урынбаҫары, 1998 й. — етәксеһе, 1999 й. “3‑сө канал” ижади берекмәһе етәксеһе урынбаҫары, 2001 й. ғин. алып спорт‑күңел асыу программаларының баш мөхәррире, нәфис тапшырыу редакцияһының баш мөхәррире, 2010 й. — баш белгес, профсоюз ойошмаһы рәйесе. 1992—93 йй. “Өфө‑ТВ” Өфө муниципаль телекомпанияһының баш мөхәррире, ген. дир. урынбаҫары. 2002—10 йй. “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының нәфис тапшырыуҙар редакцияһының баш мөхәррире. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе соц., психологик яҡлау т‑да “Йылы йорт” (“Тёплый дом”), “Дәүләт балалары” (“Государственные дети”), “Дәүләт эше” (“Государственное дело”) телепроекттары, “Мәрхәмәтле йөрәк” (“Доброе сердце”) телевизион хәйриә акциялары, “Йылдарҙы бәйләүсе еп” (“Времён связующая нить”), “Беҙҙең йылдар” (“Наши годы”) т/ф циклы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2003). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке