АРАХНОЛОГИЯ (гр. аrachne — үрмәксе һәм ...логия), зоологияның үрмәксе һымаҡтарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Үрмәксе һымаҡтарҙың морфологияһын, систематикаһын, төр составын, таралыуын, уларҙың әһәмиәтен өйрәнә. Башҡортостанда үрмәксе һымаҡтар (амбар ҡоротҡостары) т‑да тәүге хеҙмәттәрҙе М.Ш.Үтәкәев (1933), А.П.Веретенников (1934) яҙа. 40—50‑се йй. А.А.Захваткин тироглиф һымаҡ талпандарҙы, Е.М.Емчуков һәм И.И.Насирова иксод талпандарын өйрәнә, В.И.Казадаев респ. булған үрмәкселәрҙең таксономик составын (26 төр) билдәләй. 70‑се йй. Р.Ғ.Дәүләтов респ. тупрағындағы орибатид талпандарҙың (25 ғаиләгә ҡараған 58 төрө) төр составын тикшерә; П.А.Положенцев Көньяҡ Урал имеҙеүселәренең 62 төр паразит гамаз талпандарын айырып күрһәтә, Башҡортостанда булған талпандарҙың төр составын өйрәнә. 90‑сы йй. Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары (Л.Н.Ғирфанова, Р.К.Степанова һ.б.) Башҡорт ҡурсаулығында һәм Өфө, Салауат ҡҡ. йәшел зоналарында үрмәкселәрҙең 105 төрөн теркәй.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке