МӨФТӨЙ, мосолмандарҙа фикһ һәм шәриғәтте ҡулланыу мәсьәләләре бса ҡарар (ҡара: Фәтүә) сығарыу хоҡуғы бирелгән юғары дин әһеле. Ислам дәүләт дине булған илдәрҙә М. хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнә. Рәсәйҙә М. инты Ырымбур мосолман диниә назараты барлыҡҡа килгәс ойошторола. М. императорҙар тарафынан тәғәйенләнә (1889 й. алып ЭЭМ тәҡдиме бса; 1се М. — М.Хөсәйенов), Февраль революцияһынан һуң мосолман руханиҙары съездарында һайлана, ЫМДН рәйесе була. Тәүге тапҡыр М. 1се Бөтә Рәсәй мосолман съезында һайлана (Ғ.Баруди). М. кандидаттар дин тәғлимәтен яҡшы белергә, руханиҙар араһында абруйлы булырға тейеш. Хакимлыҡ иткән Сенаттың 1801 й. 14 дек., 1802 й. 15 июле, 1832 й. 14 июне ҡарарҙары мн М. бурыстары билдәләнә. Улар хөкүмәттең ҡарарҙарын, атап әйткәндә көнсығыш колониаль сәйәсәтен, тормошҡа ашырған дәүләт хеҙмрҙәре булып тора. М. халыҡара бәйләнештәре ҡәтғи сикләнеп, башлыса хаж ҡылыуға ҡайтып ҡала. Совет власы йылдарында М. хөкүмәт контроле аҫтында була: улар киң мәғлүмәт сараларына үткәрелмәй, дини белем таратыу, мосолмандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау мөмкинлегенән һ.б. мәхрүм ителә. БР мосолмандарының Диниә назараты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының БР мосолмандары Төбәк Диниә назараты Уставтарына ярашлы, М. мосолмандар съезы тарафынан 5 йылға һайлана, дәүләт власы органдары, йәмәғәт берекмәләре мн үҙара мөнәсәбәттәргә арналған форумдарҙа дини ведомство вәкиле була. Рәсәйҙең юғары мөфтөйө шәйх-әлислам почётлы титулына эйә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе була. 

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке