МОСОЛМАН РЕФОРМАТОРЛЫҒЫ, Урал‑Волга буйы ислам дине тәғлимәтендәге йүнәлеш. Исламдың дини‑фәлс. һәм хоҡуҡи нормаларын (ҡара: Фикһ) яңы соц.‑иҡт. шарттарға яраҡлаштырыуҙан ғибәрәт. 18— 19 бб. сигендә М.р. исламдың фундаменталь принциптарын тергеҙеү идеяһы рәүешендә үҫеш ала, ижтиһад (шәхестең рухи азатлығын күҙ уңында тотҡан үҙ аллы бер фекергә килеү) хоҡуғы яҡлап сығыла. Идеологтары: дин тәғлимәтселәре Ғ.Ҡурсауи, Ә.Утыҙ‑Имәни (1754—1834 йй.). Ш.Мәржәни йәдитселеккә нигеҙ һала. М.Бигиев, З.Камалетдинов, З.Х.Рәсүлев, Ғ.Сәиди, Р.Ф.Фәхретдиновтың үҙгәртеп ҡороу идеялары мосолман йәмәғәтселеген камиллаштырыуға булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Ю з е е в А.Н. Татарская философская мысль конца XVIII—XIX веков: (эволюция, основные направления и представители): в 2 кн. Казань, 1998.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.