МОСОЛМАН ЗЫЯРАТЫ. Өфөнөң көнбайыш өлөшөндә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 19 б. 30‑сы йй. асылған, тип фараз ителә. 2012 й. тарихи‑мемориаль зыяратҡа әүерелә. Үҙәк тарих архивының Өфө губерна идараһы фондында “Өфө ҡалаһында расколсылар һәм мосолман зыяраттарын булдырыу тураһында” тигән эш һаҡлана, уның документтарына ярашлы, зыяраттың майҙаны 1892—97 йй. 5816 квадрат сажин тәшкил итә. 1904 й. Ырымбур мосолман диниә назараты зыяратты киңәйтеү т‑дағы тәҡдим м‑н сығыш яһай, артабан Өфө ҡала думаһы ҡарары б‑са төньяҡ‑көнбайыш йүнәлештән ер участкаһы өҫтәлә. 1909—62 йй. зыяратта бишенсе йәмиғ мәсете эшләй, 1994 й. “Ғофран” мәсете төҙөлә (ҡара: Өфөләге мәсеттәр). Зыяратта бик күп билдәле ғалимдарҙың, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, яҙыусыларҙың, артистарҙың һ.б. ҡәбере бар. Ғ.М.Минһажев, А.Ҡ.Мөбәрәков, Г.Ғ.Сөләймәнованың ҡәберҙәре — мәҙәни мираҫ объекттары.

Әҙәб.: У з и к о в Ю.А. Исторические памятники Уфы. Уфа, 1999.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке