МОСОЛМАН ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР ОЙОШМАҺЫ, мосолман ҡатын‑ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың белем алыуына булышлыҡ итеү, ҡатын‑ҡыҙ мәктәптәренә ярҙам күрһәтеү һ.б. өсөн Өфөлә ойошторолған мәҙәни‑ағартыу һәм хәйриә ойошмаһы. 1907 й. 12 дек. Ф.М.Басимова, С.С.Йәнтүрина, Г.С.Камалетдинова, М.Т.Солтанова, С.М.Солтанова, М.С.Шәйех‑Али тарафынан ойошторола. 1912 й. М.ҡ.-ҡ.о. мосолман ҡыҙҙары өсөн 5 мәктәпкә куратор була (дәреслек, кейем‑һалым, аҙыҡ-түлек һ.б. м‑н тәьмин итә). 1913 й. ойошма “Мосолман ҡатын‑ҡыҙҙары ойошмаһының ҡыҙҙар приюты”н аса (мөдире — А.-Х.Ғ.-Х.Исхаҡов, ҡараусыһы — Х.Ғ.Исхаҡова). Рәйесе — М.Т.Солтанова (1907 й. алып), рәйес урынбаҫарҙары: Ғ.Ғ.Әсәкәева (ҡара: Әсәкәевтар), Ф.М.Алкина (1913 й. алып), Х.И.Йәнекәева (1916 й. алып). М.ҡ.-ҡ.о. 1917 й. һуң эшмәкәрлеген туҡтата.

Әҙәб.: Ю н у с о в а А.Б. Ислам в Башкортостане. М., 2007. 

Л.А.Ямаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.