МУСИН Эмиль Марат улы (2.3. 1968, Шаһрисабз ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992), “Земляки” (“Яҡташтар”; Ағиҙел ҡ.) ж., 1993 й. алып “Белебеевские известия” гәз. хәбәрсеһе, 1995 й. — Бәләбәй муниципаль телекомпанияһы дир., 1997 й. — хәбәрсеһе, 1998 й. — 17‑се урта мәктәп, 1999 й. — сәнғәт бүлеге булған татар гимназияһы (барыһы ла — Бәләбәй ҡ.) уҡытыусыһы. 2001 й. алып “Туймазинский вестник” гәз. хәбәрсеһе. Ижт.‑сәйәси һәм соц.‑иҡт. темаларға мәҡәләләр авторы. Бөтә Рәсәй “Ватан” (“Отечество”; 2009) патриотик журналистика, “Үҫеш нигеҙҙәре” (“Основы роста”; 2012) журналистика конкурстары һ.б. лауреаты. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2011). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке