МУСАЕВ Кенесбай Муса улы (24.3.1931, Ҡаҙаҡ АССР‑ы Кумис‑ ти а.), тел белгесе. Ҡаҙағстан Респ. Милли ФА акад. (2003), филол. ф. д‑ры (1968), проф. (1972). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), Ҡырғыҙстандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Ҡаҙаҡ ун‑тын тамамлаған (1952). 1956 й. алып РФА‑ның Тел ғилеме ин‑тында (1989 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 1958—94 йй. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тында; 1996 й. — МДУ‑ла (бөтәһе лә — Мәскәү) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге төркиәткә (төрки телдәр лексикаһын сағыштырма өйрәнеү; ҡаҙаҡ теле, ҡараим теле, Ҡырым татарҙары теле грамматикаһы һ.б.), социолингвистиканың ҡайһы бер мәсьәләләренә (йәмғиәттә тел функциялары һәм тел ситуацияһы), ш. уҡ СССР‑ҙың милли телдәре терминологияһы, орфографияһы һәм яҙыуы үҫешенә ар‑ налған. “Төрки телдәрҙең сағыш‑тырматарихи грамматикаһы” (“Сравнительно‑историческая грамматика тюркских языков”; 6 китапта, 1984— 2006) хеҙмәте авторҙарының береһе. Унда М. тарафынан фонетик, морфол. һәм лексик кимәлдә төрки тәү телдең айырым элементтары тергеҙелә; ҡыпсаҡ телдәре, ш. иҫ. башҡорт теле, формалашыуының төп этаптары һәм үҙенсәлектәре тикшерелә. Байтаҡ хеҙмәттәрендә төрки телдәрҙең башҡа донъя телдәре м‑н тел контакттары проблемаһы һәм шуның м‑н бәйле алтай телдәренең һәм ностратик телдәрҙең ҡәрҙәшлек теорияһы ҡарала. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Әбдел Әзиз Сәғүд Әл‑Бабтин ис. пр. лауреаты (Кувейт, 1997). Сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Лексика тюркских языков в сравнительном освещении. М., 1975; Языки и письменности народов Евразии. Алматы, 1993; Синтаксис караимского языка. М., 2004. 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке