МЫРҘАҒӘЛИН Радмир Дамир улы (23.2.1958, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Бәхтегәрәй а.), тележурналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Башҡортостан” ТРК ФДУП‑ында эшләй: 1986 й. алып өлкән мөхәррир, 1992 й. — ижади берекмә етәксеһе, 1999 й. — ТВ мәғлүмәт программаларының баш белгес‑координаторы, 2000 й. — мәғлүмәт‑муз. радиотапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире; 2002 й. алып “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында: мәғлүмәт‑муз. радиотапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире, 2003 й. — реклама‑мәғлүмәт үҙәгенең баш белгесе; 2007 й. алып “Век” ЯСЙ‑ның (Өфө) бүлек начальнигы. Ижт.‑сәйәси һәм соц. темаларға телевизион тапшырыуҙар авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1993). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке