АРАМЕЛЕВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Оло Иҙәк й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 384 кеше; 1920 — 540; 1939 — 328; 1959 — 229; 1989 — 198; 2002 — 165; 2010 — 193 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

1885 й. Өфө өйәҙендә Дашковтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан, Пермь губернаһынан күсеп килеүселәр алпауыт Арамелевский (Кондрашин Лоб) яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1863 й. алып билдәле). Тәүге төпләнеүселәрҙең береһе Карп Арамелев фамилияһы м‑н аталған. 1896 й. 53 йортта 348 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исем м‑н) һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. И.Я.Нелюбин ошо ауылда тыуған.

Ә.Ғәрүәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.