МЫРҘАБАЕВА Флүзә Рәжәп ҡыҙы (25.9.1950, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Мораҙым а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Мораҙым а.), журналист, шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Журналистар союзы (1996), Яҙыусылар союзы (1999) ағзаһы. 1973 й. алып “Звезда”, 1980 й. — “Башҡортостан” (1999 й. алып бүлек мөдире) гәз. хеҙм‑ре, 2007—08 йй. “Панорама Башкортостана” ж. бүлек мөдире. Әҙәбиәт, мәҙәниәт б‑са мәҡәләләр, ижади портреттар; “Ғүмер ағыштары, кеше яҙмыштары...” (2005), “Заман сыңы йыһан‑күктәрҙә” (2010) “Мөғжизәле донъям” (2000) һ.б. публицистик йыйынтыҡтар, шиғри әҫәрҙәр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин (2000), Ғ.Ибраһимов (2001) ис. пр. лауреаты. 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке