МУЛЛАҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ, урта уҡыу йорто. 1837 й. Ырымбур гу‑ бернаһы Орск өйәҙе Муллаҡай а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Сәйетбаттал хәҙрәт (С.Нурмөхәмәтов). Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Рәмиевтар һ.б. аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә барышына мөҙәрис, мәсеттең имам‑хатибы етәкселек итә. 7—11 йәшлек (айырым осраҡтарҙа унан да өлкәнерәк) ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу түләүһеҙ була. Уҡыу курсы — 7—10 йыл. 1870 й. алып уҡыусылар дини генә түгел, донъяуи белем дә ала; уҡыу барышына яңы ысул индерелә (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына ғәрәп теле, логика (мантыҡ), мосолман догматикаһы, мосолман каллиграфияһы, төрки, фикһ, хәҙистәр уҡыу, Ҡөрьән тәфсире, ш. уҡ арифметика, астрономия, уҡытыу методикаһы, халыҡ медицинаһы нигеҙҙәре, педагогика, риторика ингән. М.м. өҫтәмә рәүештә геология һәм тау эше, эш башҡарыу, буяу әҙерләү, мәсет төҙөлөшө нигеҙҙәре өйрәнелә. М.м. м‑н Аҡмулла, Ғ.Сәиди, Ә.Ғ.Сәйетбатталов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Йыл һайын 400‑гә яҡын шәкерт уҡый. Тамамлаусылар араһында Х.Ғ. Ғәбитов, Ғәбит сәсән, Ш.М.Мәтинов, Х.Рәхимов, М.Сиражетдинов, Шәмиғол хәлфә, Х.Х.Әлмөхәмәтов, Б.Ғ.Юлыев. 1924 й. ябыла. Мөҙәристәре: Сәйетбаттал хәҙрәт (1837—47), Ғ.Сәиди (1870 й. алып), Сәйетбатталов (1914 й. алып).

Әҙәб.: У т я г у л о в Р.И. Тропою знаний. Баймак, 2000. 

Р.У.Абдрахманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке