МӨҘӘРИС (ғәр.), мәҙрәсә уҡытыусыһы һәм етәксеһе. М. күпселеге Урта Азияла, Шәреҡ илдәрендә уҡый һәм дини белем ала. Ырымбур мосолман диниә назараты тарафынан тәғәйенләнә. М. эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан билдәләнә һәм контролдә тотола. Хәлфә (урынбаҫары) һәм мөғәллимдәр ярҙамсылары була. М. йыш ҡына мәҙрәсәләргә нигеҙ һала, улар араһында — Х.Ғосманов, З.Камалетдинов, З.Х.Рәсүлев, М.Хөсәйенов.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке