МӨХТӘРУЛЛИНА Айгөл Рәйес ҡыҙы (21.7.1970, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ эшләй, 2000 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында (2002 й. тиклем һәм 2004 й. башлап инглиз филол. каф. мөдире); 2007 й. — ӨДСА-ның урыҫ һәм сит телдәр каф. мөдире. 2010 й. алып БДУ‑ла (2013 й. тиклем башҡ. филол. һәм журналистика ф‑ты деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре модаллек категорияһының когнитив һәм прагматик аспекттарына, башҡорт теле, инглиз теле һәм урыҫ теле материалында текст теорияһы, тәржемә мәсьәләләре һәм уларҙы сағыштырма өйрәнеүгә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Когнитивно-сопоставительное описание категории модальности в английских и башкирских текстах. Уфа, 2004; Когнитивно- сопоставительное описание языковых единиц. Актобе, 2015 (авторҙ.). 

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке