МӨХӘМӘТҠОЛОВ Сабирйән Мөхәмәтзакир улы, С а б и р й ә н с ә с ә н (1890, Ырымбур губ. Орск өйәҙе 2‑се Әбделмәмбәт а., хәҙ. БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Әбделмәмбәт а., — 15.10.1934), шағир‑импровизатор. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1900—11 й. Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Рауил а. (хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны), Стәрлетамаҡ ҡ. мәҙрәсәләрендә уҡый. Ғәрәп, ҡаҙаҡ, төрөк һәм фарсы телдәрен белгән. 1910 йй. ҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта; революциянан (1917) һуң Башҡортостан мәктәптәрендә эшләй, 1930 йй. Бөрйән район ер бүлеге хеҙм‑ре. Башҡ. фольклорын яҡшы белгән, ҡурайсы булған һәм халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡарған; сәсәнлеге м‑н танылған атаһы Мөхәмәтзакирҙан һ.б. башҡ. сәсәндәренән бик күп ҡобайыр, эпос, йырҙар отоп ала. Көнсығыш әҙәбиәтен, төрки һәм башҡ. яҙыусылары әҫәрҙәрен яҡшы белгән. Ҡобайырҙар (“Уралға” һ.б.), фәлс. (“Түңгәккә” һ.б.), дидактик (“Балаға” һ.б.), сатирик һәм юмористик (“Стрельба һөҙөмтәһе”) һ.б. йөкмәткеле шиғырҙар авторы. Мираҫының әҙ генә өлөшө һаҡланып ҡалған. 1979 й. археографик экспедициялар барышында Әбделмәмбәттә М. 10‑дан ашыу әҫәре яҙылған дәфтәр табыла; Бөрйән р‑нында халыҡ араһында телдән таралған байтаҡ әҫәрҙәре яҙып алына. Унан “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосының ҡыпсаҡ версияһы яҙып алынған. Әҫәрҙәре Ғилми архивта һаҡлана. 1934 й. репрессиялана (тотҡонда вафат була). 1989 й. аҡлана. Тыуған ауылында М. исеме м‑н урам аталған. 1993 й. Бөрйән р‑ны хакимиәте уның ис. премия булдыра.

Әҙәб.: С ө л ә й м ә н о в Ә. Бөрйән районындағы халыҡ ижады өлгөләре //Әҙәбиәт, фольклор, әҙәби мираҫ. 2‑се кит. Өфө, 1976. 

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Ә.М.Сөләймәнов

Текст на русском языке