АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ, төп культуралар үҫтереүҙән буш ваҡытта ултыртыла торған культуралар. А.к. бер ер майҙанынан йылына 2 уңыш алырға мөмкинлек бирә. Өҫтәп сәселгән (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр), ужым (көҙөн уңыш йыйып алынғандан һуң сәселә һәм яҙын төп культураларҙы сәскәнгә тиклем йыйып алына), иртә яҙғы (иртә яҙ һуң культураларҙы сәскәнгә тиклем, мәҫ., салат, редис, шпинат һ.б.); саба торған (йәшел мал аҙығына, бесәнгә, силосҡа яҙғы һәм ужым культураларын йыйып алғандан һуң), ҡамыл (төп культураны йыйып алғандан һуң сәселә һәм ш. уҡ йылда урыла) А.к. айырып йөрөтөлә. Башҡортостанда дым етерлек райондарҙа (Урал алды дала зонаһы, көньяҡ урман‑дала зонаһы) һәм һуғарыулы игенселектә ҡулланыла. Сапҡандан һуң сәсеү, ш. уҡ өҫтәмә сәсеү культураларын үҫтереү тәҡдим ителә. Сапҡандан һуң сәсеүҙә ужымдан аҙаҡ — йылы яратыусы һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы (кукуруз һәм уның ҡуҙаҡлылар культураһы м‑н ҡушылмалары, могар, судан үләне), иртә яҙғыларҙан һуң һалҡынға сыҙамлы (кәрешкә, борсаҡ, һоло, көнбағыш һәм уларҙың ҡушылмалары, яҙғы рапс) культуралар үҫтерелә. Сәсеү нормаһын 10—15%‑ҡа арттыралар. Төп культураларҙы ашлаған кеүек, А.к. ашлау мөһим. А.к. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (С.Н.Надежкин, Р.М.Шәймөхәмәтов һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ғ.Ҡ.Зарипова, В.А.Михеев һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Надежкин С.Н. Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Уфа, 1999.

С.Н.Надежкин, Р.М.Шәймөхәмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.