“МӨХӘББӘТНАМӘ”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы. 1353 й. шағир Харәзми тарафынан харәзм‑төрки әҙәби телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) яҙылған. Ҡулъяҙманың төп нөсхәһе табылмаған. 1432 й. (уйғыр графикаһы) һәм 1508—09 йй. (ғәрәп яҙмаһы) м‑н билдәләнгән ике күсермәһе һаҡланған; Британия (Лондон) музейында һаҡлана. Әҫәр Алтын Урҙа ханы Йәнебәктең кәңәшсеһе Мөхәмәтхужаға арналған. Шиғри формала яҙылған. “М.” Алланы, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе һәм Мөхәмәтхужаны данлауҙан башлана. Әҫәрҙең төп өлөшөн лирик геройҙың үҙенең һөйгәненә арнап, хыялдағы мәжлес ваҡытында яңғыратҡан 11 мөхәббәт хаты тәшкил итә. Мөхәббәт хаттары ғәзәл, ҡитға, мәҫнәүи, сокийнамә (улар мәжлес хужаһы Мөхәмәтхужа һәм уның ҡунаҡтарына йүнәлтелгән) һ.б. м‑н сиратлашып килә. Төрки һәм фарсы әҙәбиәттәре поэтик традицияларын ҡулланып, Харәзми үҫмерҙең мөхәббәт кисерештәре үҙгәрешен оҫта һүрәтләй. “М.” ҡитға м‑н тамамлана, унда шағир үҙенең ижади принциптарын аңлата. Әҫәр төрки телле әҙәбиәттәрҙең, ш. иҫ. башҡорт әҙәбиәтенең, мөхәббәт лирикаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Әҙәб.: Щ е р б а к А.М. Огуз-наме. Мухаббат-наме. М., 1959. 

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке