МОРФОНОЛОГИЯ, ф о н о м о р ф о л о г и я, үҙ‑ара һүҙ үҙгәреше, форма яһалышы һәм һүҙьяһалышы процесында йоғонто яһағанда төрлө типтағы морфемаларҙың (ҡара: Морфемика) фонологик төҙөлөшөн өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. М. төп берәмеге — морфонемалар, улар һүҙҙең морфемик төҙөлөшөнә бәйле бер-береһен алмаштыра алған айырым морфеманың фонемалары варианттарын тәшкил итә. Морфонемалар үҙҙәренең төҙөлөшө, фонема типтары, һүҙҙә тотҡан урыны һ.б. билдәләр б‑са айырыла. М. күренештәре башлыса әйтелештә ҡыйынлыҡ тыуҙырған һәм орфоэпик нормаларға (ҡара: Орфоэпия) тура килмәгән морфемалар тоташҡан урында фонемаларҙың тупланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә; өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренә бәйле булырға мөмкин. Башҡорт телендә морфонологик күренештәрҙең 4 төрөн айырып йөрөтәләр: 1) һүҙ структураһында морфонемаларҙың сиратлашыуын берләштергән фонемаларҙың сиратлашып килеүе; һуҙынҡы морфонемаларҙың сиратлашыуы сингармонизм законына бәйле; тартынҡыларҙың сиратлашыуы тамыр морфемаларҙың башында һәм аҙағында килә, мәҫ., [ҡ—м]: “ҡырын-мырын” [ҡ]ырын-[м]ырын, [п—б]: “яп” я[п] — “ябыу” я[б]ыу һ.б., ш. уҡ аффикстарҙың башында һәм аҙағында, мәҫ., [д—ҙ]: “замандаш” заман[д]аш — “яуҙаш” яу[ҙ]аш, [ҡ—к]: “ҡуйҙыҡ” ҡуйҙы[ҡ] — “кейҙек” кейҙе[к]; сиратлашыуҙарҙың күбеһе ассимиляция һөҙөмтәһе булып тора; 2) һуҙынҡыларҙың һаны һәм сифаты яғынан үҙгәреүе м‑н характерланған нигеҙҙәрҙең ҡыҫҡартылыуы, мәҫ., “халыҡ” ха[лыҡ] — “халҡым” ха[лҡ]ым, “алты” ал[ты] — “алтмыш” ал[тм]ыш, “һары” һа[ры] — “һарғылт” һа[рғ]ылт һ.б., редупликацияла — тәүге һүҙҙең өлөштәре, мәҫ., “туп-тулы” ту[п]- ту[лы], “йоп-йомро” йо[п]-йо[мро] һ.б.; ш. уҡ үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙ аҙағындағы [д], [т] тартынҡыларын юғалтыу, мәҫ. “поезд” по[езд] — “поезға” пое[зғ]а, “власть” вла[ст’] — “власҡа” вла[сҡ]а һ.б., һәм алмаштарҙа [л], [н], мәҫ., “ул” у[л] — “уны” у[н]ы, “мин” ми[н] — “миңә” ми[ң]ә һ.б.; 3) морфемалар сигендә өҫтәлмә (асемантик, йәғни бер ниндәй ҙә мәғәнәһе булмаған) фонемаларҙың ҡушылыуы, мәҫ., “икешәр” ике-[ш]-әр, “олоғай” оло-[ғ]-ай, “кеҫәһе” кеҫә-[һ]-е, “әбей-һәбей” әбей- [һ]әбей һ.б.; 4) бер төрлө фонемалар тура килһә, уларҙың береһе төшөп ҡала, мәҫ., “ҡапҡа артында” ҡапҡ[а]ртында, “ҡара” һәм “ағас” — “ҡарағас” ҡар[а]ғас, “артист” һәм -тар — “артистар” артис[т]ар һ.б.

Әҙәб.: И ш б а е в К.Ғ., А б д у л л и н а Г.Р. Башҡорт теленең морфонологияһы. Өфө, 2000; А б д у л л и н а Г.Р. Башкирский язык. Морфонология. Уфа, 2004.

Г.Р.Абдуллина, К.Ғ.Ишбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.