МОРФЕМИКА, һүҙҙең иң бәләкәй мәғәнәүи берәмеге булған морфемалар йыйылмаһы; морфемаларҙың типтарын һәм төҙөлөшөн, уларҙың бер- береһенә һәм һүҙгә ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Морфема телмәрҙә бер йәки бер нисә төр морфтар (алломорфтар) — һүҙ формаһының иң бәләкәй мәғәнә берәмеге рәүешендә бирелгән фонетик варианттары м‑н характерлана. Башҡорт телендә морфемаларҙың 2 тибын айырып йөрөтәләр: тамыр һәм аффикс (һүҙ яһаусы, форма яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе). Тамыр — һүҙҙең һүҙ һәм форма яһау процестарында үҙгәрмәгән төп өлөшө; лексик мәғәнәгә эйә; айырым һүҙ йәки яңы һүҙҙәр яһау өсөн нигеҙ булып тора (ҡара: Һүҙьяһалыш). Төҙөлөшө б‑са тамырҙың ирекле (телдә үҙ аллы һүҙ булып сығыш яһай) һәм бәйле (тик башҡа тамырҙар йәки аффикстар м‑н берлектә генә ҡулланыла) төрҙәре айырыла. Башҡ. теленең хәҙ. лексикаһында 1, 2, һирәгерәк 3 тамырҙан торған һүҙҙәр бар. Тамыр һәм аффиксаль морфемалар үҙ‑ара бәйләнешкә ингәндә һүҙҙәрҙә фонетик, морфол. һәм семантик кимәлдәрҙә (ҡара: Морфонология) структур үҙгәрештәр бара. Башҡорт тел ғилемендә М. б‑са тикшеренеүҙәр К.Ғ.Ишбаев, М.Х.Әхтәмов һ.б. тарафынан үткәрелә; морфемаларҙың типологияһы, мәғәнәһе, төрҙәре дәреслектәрҙә һәм махсус һүҙлектәрҙә теркәлә.

Әҙәб.: И ш б а е в К.Ғ. Башҡорт теленең һүҙьяһалышы. Өфө, 1994; И ш б у л а т о в Н.Х., Ә х т ә м о в М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфография, орфоэпия, грамматиканың төп төшөнсәләре, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш. Өфө, 2002; И ш б а е в К.Ғ., А б д у л л и н а Г.Р., И ш к и л д и н а З.К. Башҡорт теленең морфемикаһы, һүҙьяһалышы һәм морфонологияһы. Өфө, 2006. 

К.Ғ.Ишбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке