МОРМОНДАР, Һ у ң ғ ы к ө н д ә р и з г е л ә р е н е ң И и с у с Х р и с т о с с и р к ә ү е, протес‑ тантлыҡта барлыҡҡа килгән секталарҙың береһе. 1830 й. АҠШ‑та Д.Смит тарафынан ойошторолған. Дини тәғлимәт сығанаҡтары — Библия, “Мормон китабы”, “Аҫыл ынйы”, “Тәғлимәт һәм ғәһеттәр” тигән асылыштар йыйынтығы. М. тәғлимәтендә иң мөһиме — АҠШ‑та “Яңы Иерусалим” төҙөү, Иисус Христостың “ҡабат килеүенә” ышаныу. Сиркәү башында — президент. Рәсәйҙә 1895 й. барлыҡҡа килә. 20 б. 30‑сы йй. М. мәхәлләләре бөтөрөлә, 1989 й. яңынан барлыҡҡа килә. “Һуңғы көндәр изгеләренең Иисус Христос сиркәүенең дини ассоциацияһы” үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы эшләй, уға 55 мәхәллә, Мәскәү, С.‑Петербург, Екатеринбург ҡҡ. миссиялары һ.б. инә. “Лиахона” ж. нәшер ителә. Башҡортостанда М. 1993 й. Өфөлә күренә башлай; 1 община теркәлгән, үҙ ҡорамдары бар. 

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.