АРАЛБАЙ (Аралбаев) Ҡәҙим Әбделғәлим улы (1.9.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Таңатар а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2011). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1973—77 йй. “Ағиҙел” ж. әҙәби хеҙм‑ре, бүлек мөдире, яуаплы секретары; 1977—81 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1988—93 йй. һәм 2009—11 ий. рәйесе урынбаҫары; 1981—88 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы. 1993 й. башлап “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире, 1996 й. алып — дир., 2002—08 йй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма ком‑тының рәйес урынбаҫары. “Утлы кисеүҙәр” тип аталған тәүге шиғырҙар китабы 1975 й. сыға. “Аҡ тирмә” (1982) поэмаһы юҡҡа сыҡҡан башҡ. ауылдары яҙмышына арналған. А. Салауат Юлаев (“Батыр яраһы”, 1980), Т.Г.Шевченко һәм башҡ. батыры Ҡарас (“Тарас менән Ҡарас”, 1989), Р.Й.Ғарипов (“Ҡаратау тотҡоно”, 1998) т‑да эпик әҫ. ижад итә. “Һөйөүем йондоҙо” (1986), “Әле һуң түгел” (1989) шиғри йыйынтыҡтары мөхәббәт көсөнә ышаныс, ваҡыт, шағир бурысы хаҡындағы уйланыуҙар м‑н һуғарылған. Тормош юлын эҙләү һәм рухи ҡиммәттәрҙең алмашыныуы темаларына яҙылған “Рух яҙыуы” (1995), “Таналыҡ тауышы” (2001) йыйынтыҡтарында шағир халыҡ поэзияһының бәйет, ҡобайыр, робағи кеүек төрлө жанрҙарына мөрәжәғәт итә. “Мәмбәт шәжәрәһе” (1994), “Һалдат бәйеттәре” (1997) фәнни‑популяр йыйынтыҡтарында 18—19 бб. шәжәрәләренең ҡулъяҙмалары тикшерелә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һалдаттар сығарған йыр, бәйет һәм мөнәжәт текстарының хәҙ. башҡ. теленә транскрипцияһы яһала. М.Х.Әхмәтовтың “Батырҙар ораны” (1987) ораторияһы либреттоһының авторы. А. шиғырҙарына комп. Н.Ә.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов һ.б. йырҙар яҙған. А. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, немец, сыуаш, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. “Урал” башҡ. халыҡ үҙәге рәйесе (2002—04). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1996), С.Чекмарёв ис. (1984), Р.Ғарипов ис. (1996), З.Биишева ис. (2000), Ф.Кәрим ис. (2009) пр. лауреаты.

Хеҙм.: Мәслихәт: шиғырҙар, баллада, поэмалар. Өфө, 1991; Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2010—2011; Гонец: стихи и поэма. Уфа, 1983.

Әҙәб.: Килмөхәмәтов Т.Ә.  Халыҡсанлыҡ көсө. Өфө, 1998.

З.Ә.Нурғәлин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.